Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 11:35

Быйыл республикала милли проект сиктәрендә 1681 күп фатирлы йорт төҙөкләндереләсәк

Күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға 3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә быйыл республикала 1681 күп фатирлы йорт төҙөкләндереләсәк.

Был йорттарҙа 1790 төрлө ремонт эштәре башҡарыу планлаштырыла. Тәү сиратта 351 йорттоң түбәһен ремонтлау, 149-ының инженер селтәрҙәрен яңыртыу, 49 йортта һыу, 25 йортта газ, 23 йортта йылылыҡ торбаларын, 49 йортта электр селтәрҙәрен алмаштырыу ҡаралған.
Шулай уҡ 71 йорттоң тышҡы йөҙө, ике йорттоң фундаменты нығытыласаҡ, 27-һенең түбәһе йылытыласаҡ. Ә 38 күп фатирлы йорттарҙа лифттар урынлаштырыла һәм 101 йортта лифт күтәреү яйланмалары яңыртыласаҡ.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан
Фото: koryazhma-info.ru
Читайте нас: