Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Оборона министрлығына хәрби-космос көстәр самолеттары ярҙамында ватандаштарыбыҙҙы Ҡытайҙан Рәсәйгә ташырға ҡушты.
Әле биш ҙур самолет Көнсығыш хәрби округка ҡараған аэродромдарҙың береһендә Ҡытай йүнәлешендә ҡуҙғалырға тора. Самолеттар ошо көндәрҙә яҡташтарыбыҙҙы Рәсәйгә ташыясаҡ.
Башҡаса сара юҡ, сөнки Ҡытайҙа хәлдәр көндән-көн көсөргәнешлерәк көс ала. Сир йоҡтороусылар һаны 20 меңләп иҫәпләнә, вафат булғандар 400-гә етеп килә.
Самолеттар Ҡытайҙа йәшәүсе, эшләүсе, уҡыусы ватандаштарыбыҙҙы Рәсәйгә ташыу менән шөғөлләнәсәк.
Сығанаҡ: "Ағиҙел" журналы сайтынан.