Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 11:10

Башҡортостанда 2020 йылдың ғинуарында 50 пар игеҙ бала тыуған: ҡайһы берҙәренең исеме бик үҙенсәлекле

Башҡортостан ЗАГС-тары быйыл ғинуар айында 50 игеҙ баланы теркәгән. Республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 31 ғинуарҙа Әлиә һәм Артур Садиҡовтар үҙҙәренең тәүге документын алған. Сабыйҙар 23 ғинуарҙа Белоретта Фәниә менән Русландың ғаиләһендә донъяға килгән.

Ҡырмыҫҡалы районында ғинуар аҙағында урындағы ЗАГС хеҙмәткәрҙәре Богдановтар ғаиләһен балалары тыуыуы менән ҡотлаған. Гөлназ менән Илфаҡтың Тимур исемле улы бар. Ә йыл башында уларҙың игеҙәк малайҙары – Артур менән Руслан тыуған.
Яңауылда ғинуарҙа Динара менән Рәмил Нурғәлиевтар ғаиләһендә игеҙ балалар донъяға ауаз һалған. Ата-әсә улдарына Нурэл һәм Байэл тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушҡан. Малайҙарҙың ғаиләһе ишле: уларҙың өс апаһы бар.
http://www.bashinform.ru/news/1409624-v-bashkirii-v-yanvare-2020-goda-rodilos-50-par-dvoynyashek-u-nekotorykh-neobychnye-imena-/
Фото: Башинформ
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас в