Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 11:05

Быйыл Межгорьела һәм Ҡырмыҫҡалыла бассейндар төҙөү башлана

Башҡортостанда 16 муниципаль берәмектә бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу башланды.

Башҡортостанда 16 муниципаль берәмектә бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу башланды.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты 2 типовой проект әҙерләгән: 4-6 юллыҡ бассейн һәм спорт залы менән ике ҡатлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм 4-6 юллыҡ бассейн, спорт залы, айырым боҙ һырғалағы менән ике ҡатлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы. Тиҙҙән Ҡырмыҫҡалы районында һәм Межгорье ҡалаһында бассейндар төҙөү подрядсыһын билдәләү буйынса һатыулашыу ойошторола.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ошо объекттар буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре быйыл яҙ башлана. 2021 йылдың икенсе кварталында бассейндар төҙөүҙе тамамлап, файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артём Ковшов Дыуан районында бассейнды боҙ майҙансығы менән берләштерергә тәҡдим итеүҙәре хаҡында һөйләне. Был объект республика төньяҡ-көнсығышының зона спорт үҙәгенә әүерелеүе мөмкин.
«Хәҙер Архангел һәм Дыуан райондарында, шулай уҡ Өфөнөң Шакша биҫтәһендә өс типовой физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәрен проектлау бара», — тип өҫтәне Артем Ковшов.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Читайте нас: