Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 17:35

7 миллион һумлыҡ зыян

Белорет район-ара прокуратура крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы һәм уның иренә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшенең ғәйепләү һѳҙѳмтәһен раҫланы. Улар үтә ҙур күләмдә законһыҙ ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнә.

Белорет район-ара прокуратура крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы һәм уның иренә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшенең ғәйепләү һѳҙѳмтәһен раҫланы. Улар үтә ҙур күләмдә законһыҙ ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнә.
Тикшереү версияһы буйынса, 2019 йылдың башында ғәйепләнеүселәр Ишле участка урмансылығы тарафынан бирелгән диләнкәне ҡырҡыу ѳсѳн ике кешене яллай. Ғаилә пары урман ҡырҡыусыларҙы билдәләнгән майҙан йәһәтенән яңылыштыра. Һѳҙѳмтәлә, ирҙәр рѳхсәт ителгән күләмдән 500 кубометрға күберәк ҡарағай йыҡҡан.
Ҡануниәткә ҡаршы ҡылынған эшмәкәрлек арҡаһында урман фондына 7 миллион һумдан ашыу зыян килгән. Закон боҙоусылар үҙ ғәйебен танымай.
Енәйәт фигуранттарының мѳлкәте булып иҫәпләнгән ике еңел автомашинаға, “Беларус” тракторына, ике таҫма бысҡыға, кѳнкүреш техникаһына арест һалынған.
Бынан тыш, район-ара прокуратура ғәйепләнеүселәрҙән енәйәти эшмәкәрлек арҡылы килтерелгән зыянды ҡаплатыу ѳсѳн судҡа дәғүә менән мѳрәжәғәт итте.
Ентекле тикшереү йәһәтенән енәйәт эше Белорет район-ара судына йүнәлтелде.
Белорет район-ара прокуратураһы.
Читайте нас: