Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 16:35

Һауа температураһы түбәнәйә

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә һауа температураһы -27 градусҡаса түбәнәйә.

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә һауа температураһы -27 градусҡаса түбәнәйә.
Республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәте буйынса, уҙып барған аҙнаның аҙаҡҡы көндәрендә Башҡортостанда төньяҡтан һалҡын һауа массалары Ҡара диңгеҙ буйынан йылы һауа массаһы менән осраша. Республикала һауа шарттарының төрлөсә булыуы көтөлә.
7 февралдә көндөҙ республиканың көньяғында һауа торошо насар була. Епшек ҡар, урыны менән буран, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырый, тайғаҡ, һауа температураһы 0,-5 градусҡаса күтәрелә.
Башҡортостандың төньяғында, киреһенсә, һәйбәт һауа торошо көтөлә, бер аҙ ҡар яуа, -6,-11 градус һалҡын була.
8 февралдә төндә республиканың күпселек өлөшөн циклон уратып ала. Ҡар, юлдарға урыны менән көрт һалыуы көтөлә. Көнсығышҡа күсә барған циклон артынса көндөҙ бер аҙ ҡар яуа, бөтә ерҙә лә һауа температураһы түбәнәйә башлай.
9 февралгә ҡарай төндә һауа температураһының -17,-22, аяҙытҡанда -27 градусҡа тиклем, көндөҙ -9,-14 градус булыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1410976-v-bashkirii-v-predstoyashchie-vykhodnye-temperatura-vozdukha-ponizitsya-do-27-gradusov-/
Фото: yandex.ru
Читайте нас: