Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 17:30

Белорет “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡмы?

Белорет металлургия комбинатының ветерандар советы ҡала хакимиәтенә Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем юллау йәһәтенән мѳрәжәғәт ҡылды.

Белорет металлургия комбинатының ветерандар советы ҡала хакимиәтенә Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем юллау йәһәтенән мѳрәжәғәт ҡылды.
Улар фекеренсә, Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан, Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында илдең оборона сәнәғәтен метиздар менән тәьмин иткән Белоретҡа дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы тарафынан ойошторолған “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы” тигән абруйлы исем биреү дѳрѳҫ булыр ине.
“Советтар Союзының бер генә автоматик ҡоралы ла Белорет заводы етештергән пружиналы сымһыҙ ата алмаҫ ине. Предприятие ул дәһшәтле йылдарҙа “Ынйы бѳртѳгѳ” тигән исемгә лайыҡ була. 1943 йылда Белорет металлургия заводында ашығыс рәүештә “Катюша” гвардия минометтары ѳсѳн яндырғыс бомбалар һәм снаряд баштарын етештерә башлайҙар. Бында шулай уҡ танкыларҙың тәгәрмәс сылбыры ѳсѳн деталдәр, окоп мейестәре һәм башҡа нәмәләр сығарыла”, - тиелә мѳрәжәғәттә.
Ветерандар советы инициативаһын Белорет металлургия комбинатының профсоюз комитеты, райондың Йәмәғәт палатаһы, ДОСААФ, ветерандар ойошмалары ла хупланы. Район хакимиәтендә ошо йәһәттән ойоштороу комитеты булдырылды.
Хѳрмәтле райондаштар! Һеҙ ҙә был мѳһим башланғыстан ситтә ҡалмағыҙ, https://beloretsk.bashkortostan.ru/presscenter/news/2.. һылтанмаһы аша үтеп, үҙ тауышығыҙҙы ҡалдырығыҙ
Читайте нас: