Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 11:45

"Хаҡты күтәргән дарыуханаларҙы ябырға кәрәк"

“Коронавирусҡа ҡаршы көрәштән файҙаланып, битлектәргә һәм вирусҡа ҡаршы препараттарға хаҡты арттырыусы дарыуханаларҙың лицензияларын алырға кәрәк”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән үткән кәңәшмәлә.

Социаль мәсьәләләр буйынса вице-премьер Татьяна Голикованың: “Яңы йылға тиклем береһе 1 һум 50 тин торған битлектәрҙе ҡайһы бер дарыуханалар 70-100 һумға һата башлаған”, – тиеүенә Путин шулай тип яуапланы. Коронавирусҡа бәйле тулҡында табыш алып ҡалырға ынтылыусы дарыуханаларҙы япҡанда ла, препараттарға ҡытлыҡ тыумаясаҡ, тип билдәләне дәүләт башлығы.
#ВладимирПутин
Фото: sreda24.ru
Читайте нас: