Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 10:00

Күп балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам

23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк балалары булған күп балалы ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәр тураһында.

23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк балалары булған күп балалы ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәр тураһында.
Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр Башҡортостанда өс йылдан да кәм йәшәмәгән 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала (быға тиклемге шарт буйынса - 18 йәшкә тиклем һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләләр) тәрбиәләүсе, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа), опека һәм попечителлеккә бала алған ғаиләләргә бирелә. Бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә быға тиклем “Газель” микроавтобусы йәки ошо түләүҙәрҙе алмаған ғаиләләр дәғүә итә ала. Түләүҙең күләме - 600 мең һум.
Йылдың тағы бер мөһим яңылығы - балалы ғаиләләр файҙаһына ҡағылышлы үҙгәрештәр. Тейешле ҡарар Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 2019 йылдың 30 декабрендә ҡабул ителде. Ғаиләләр түләүҙәрҙе балалары уҡыуға йәки эшләүгә ҡарамаҫтан аласаҡ. Күп балалы ғаиләләр өсөн был ҙур ярҙам булыр, сөнки күптәрендә һигеҙенсе балалары тыуғансы ололары бәлиғ була. Улар, ҡағиҙә булараҡ, урта белем биреү учреждениеларын тамамлағандан һуң, ата-әсәһенең ҡарамағында булып, артабан уҡыуын дауам итә.
Опекаға (попечителлеккә), тәрбиәгә алынған балалары булған күп балалы ғаилә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе бала ғаиләлә 3 йылдан кәм йәшәмәгән осраҡта ғына алырға хоҡуҡлы.
Түләүҙе алыу өсөн кәрәкле документтар:
► ғаилә ағзаларынан шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалығы тураһында ғаризалар;
► шәхесен раҫлаған паспорт йәки башҡа документ;
► бәлиғ булмаған балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары, шулай уҡ 14 йәштән өлкәндәренең паспорттары;
► уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа), опекаға (попечителлек) йәки тәрбиәгә алынған фактты дәлилләгән документтар;
► ғариза биреүсе менән бергә йәшәүселәрҙең документтары. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыуға ҡағылышлы һорауҙар буйынса Күп функциялы үҙәккә йәки Халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгенең Белорет филиалына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34792)3-06-23, 3-43-78.
Фото: novosti-n.org
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: