«Рәсәй» телеканалының «Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп!» йыр шоуында Салауат ҡалаһынан 27 йәшлек Азалия Ғәйнетдинова беренсе урынды алды. Ул проект тарихында иң юғары балл – 99 балл йыйҙы.
Азалия беренсе булып сығыш яһаны һәм башҡа ҡатнашыусылар өсөн юғары планка ҡуйҙы. Яҡташыбыҙ популяр «Despacito» йырын башҡарҙы.
Азалия сәхнәгә сыҡҡас та үҙенең тышҡы ҡиәфәте һәм зифа буй-һыны менән шунда уҡ бөтәһенә лә оҡшаны, ә йырлай башлағас, залды дәртләндереп ебәрҙе. Элек һәр ерҙә яңғыраған был йырҙы күрә алмай инем, ләкин Азалияның башҡарыуы йөрәгемде иретте, тип билдәләне Сергей Лазарев. Юлия Савичева ҡыҙҙы йырлауы, бейеүе һәм үҙенә ышанысы өсөн маҡтаны.
«Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп!» — барыһы лә бергә йырлаған халыҡ шоуы. Ҡатнашыусыларҙың бурысы – хитты Сергей Лазарев етәкселегендәге 100 жюри ағзаһында баҫып, күмәкләп йырлау теләге тыуҙырырлыҡ итеп башҡарыу. Конкурсанттың хорына ни тиклем күберәк тауыш ҡушылһа, ул шунса күберәк тауыш йыя. Был сығарылышта ике генә йырсы финалға сығып, төп бүләк: проект кубогы, бер миллион һум һәм быйыл йәй беренсе халыҡ фестивалендә үҙеңдең йырыңды башҡарыу хоҡуғы өсөн көрәшеүен дәуам итә алды. Азалия конкурстың финалына сыҡты һәм хәҙер бер миллион һум өсөн көс һынаша.
https://youtu.be/aki62_JYL4A
http://www.bashinform.ru/news/1411734-uchastnitsa-iz-bashkirii-nabrala-samyy-vysokiy-ball-na-teleshou-nu-ka-vse-vmeste-/