Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 18:50

Рәхмәт һиңә, ветеран!

Йылдар үтә, данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала. Үкенескә ҡаршы, улар менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тыныс бала саҡ, аяҙ күк йөҙө бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ сафы ғына йылдан-йыл һирәгәйә бара.

Йылдар үтә, данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала. Үкенескә ҡаршы, улар менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тыныс бала саҡ, аяҙ күк йөҙө бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ сафы ғына йылдан-йыл һирәгәйә бара.
Бөгөн Белорет районы һәм ҡалаһында ун ветеран ғүмер кисерә. Уларҙың барыһы ла унынсы тиҫтәһен ваҡлаған, балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгән Еңеү һалдаты.
Шығай ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәһәҙей Әбсәләмов ошо көндәрҙә 95 йәшлек оло юбилейын билдәләне.
Мәһәҙей Бикбай улы 1944 йылда хеҙмәткә алына. I Украина фронтында, Польшала элемтәсе була. Тыуған ауылына 1946 йылда әйләнеп ҡайта. Ветеран туған колхозында эшләй, бригадир ҙа була. Йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнаша. Әбсәләмовтар 7 бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн һуғыш ветеранының 20 ейәне һәм 32 бүләһе бар.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов аҡһаҡалды тыуған көнө менән ҡотларға, хәлен белешергә шәхсән килде .
- Кешеләргә хөрмәт - төп кешелек сифаттарының береһе, ә һуғыш ветерандарына булған хөрмәт беҙҙең өсөн әҙәплелек билдәһе. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәһәҙей Бикбай улы ла юбилейын билдәләй. Барлыҡ һуғыш ветерандарына тәрән хөрмәт тойғоһо менән юбилярҙы ҡотларға килдем. Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтеү, уларҙың батырлыҡтарын иҫләү - беҙҙең изге бурыс. Һәр ветеранға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, - тине Владислав Геннадьевич юбиляр менән осрашыуында.
ҺҮРӘТТӘ: хакимиәт башлығы Владислав Миронов һуғыш ветераны Мәһәҙей Әбсәләмов менән.
Читайте нас: