Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың күп булыуы сәбәпле 1318 мәктәптең 177-һе грипп һәм ОРВИ буйынса карантинға ябылды. Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәбәр итте.
411 белем биреү ойошмаһында сикләү саралары индерелде, 46 учреждениела ҡайһы бер кластарҙа уҡытыу туҡтатылды. Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы биш дәүләт ойошмаһы: Өфөнөң 138-се коррекция мәктәбе, Салауат һәм Стәрлетамаҡ коррекция мәктәптәре, Нефтекама коррекция мәктәп-интернаты, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты карантинға ябылды.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 10 февралдән Өфөнөң һәм Нефтекаманың бөтә мәктәптәрендә белем биреү туҡтатылды.
Республиканың Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәте буйынса, 3 февралдән 9-ына тиклем 36 567 кеше грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыны, уларҙың 65,6% — балалар. Башҡортостан халҡы араһында ОРВИ менән сирләү эпидемия сигенән 60,3% юғарыраҡ. Уҙған аҙнала Өфөлә 11 157 киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы теркәлде, шул иҫәптән балаларҙа – 6090 осраҡ (55%).
http://www.bashinform.ru/news/1412088-177-iz-1318-shkol-bashkirii-zakryty-na-karantin-po-grippu-i-orvi-/