Владимир Якушев әйтеүенсә, 2019 йылда 80,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереүгә килгәндә, 2019 йылда күрһәткестәр алты тапҡырға юғарыраҡ булған. “Рәсәй Федерацияһы субъекттары был йүнәлештә әүҙем эшләй”, – тип белдерҙе Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры.