Кисә Хөкүмәт йортонда Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте.
Көн тәртибендә Зауыҡлы биләмәләр йылын уҙғарыу буйынса алып барылған әҙерлек эштәре барланды, йыл эмблемаһын раҫланды, “Тыуған урам” республика программаһына ярашлы башҡарылған эштәр һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Йыл эмблемаһы халыҡ тарафынан билдәләнде. Тауыш биреү республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының социаль селтәрҙәге төркөмөндә ойошторолдо. Унда 3348 кеше ҡатнашты һәм тәҡдим ителгән ун ижади эш араһынан күпселек тап ошо вариантҡа өҫтөнлөк бирҙе.
Зауыҡлы биләмәләр йылына әҙерлек этабы тамамланды, барлыҡ муниципалитеттарҙа ойоштороу комитеттары төҙөлдө, саралар планы эшләнде, “Таҙалыҡ көндәре” билдәләнде. Урындарҙа газондарҙың, тротуарҙарҙың , яҡтыртыу ҡоролмаларының, ҡоймаларҙың торошо тикшерелде, был йүнәлештә башҡараһы эштәр күләме барланды. Башҡортостан буйынса барлығы дүрт меңгә яҡын тораҡ пункт иҫәпләнә, уларҙағы үҙәк урамдарҙың оҙонлоғо – 52 мең саҡрым. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 587 км оҙонлоғондағы ҡойма, өс мең квадрат метрға тиң майҙандағы газон яңыртыуҙы талап итә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ойоштороу комитеты ағзаларына мөрәжәғәт итеп:
- Муниципалитеттар Зауыҡлы биләмәләр йылының төп, ҙур көсөргәнеш талап иткән этабына аяҡ баҫты, алдан билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыуға тотондо. Ҡала һәм райондарҙы тәүге контроль датаға – 9 майға әҙерләүгә ни бары ике ай ярым ваҡыт ҡалды. Биләмәләрҙе ҡарҙан, сүп-сарҙан, ауған ағастарҙан таҙартып, техниканы һәм кәрәкле материалдарҙы әҙерләргә тейешбеҙ, - тине.
Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтынан.