Быйылғы март урта һыҙатта йылдың иң ҡоро айы булмаҡсы. Яуым-төшөмдөң бик аҙ яуыуы көтөлә. Киров өлкәһендә, Пермь крайында, Башҡортостанда, шулай уҡ Һарытау өлкәһенең көнсығышында, Уралдың көньяғында, Төмән өлкәһенең көньяғында, Омск өлкәһендә, Иркутск өлкәһенең төньяғында, Байҡал аръяғында, Сахалиндың көньяғында яуым-төшөмдөң аҙ булыуы фаразлана.