Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2020, 19:25

Юл йѳрѳү ҡиммәтләнә

2020 йылдың 1 мартынан республиканың ҡайһы бер ҡалаларында һәм райондарында «Башавтотранс» автобустарында юл хаҡы ҡиммәтләнә. «Ҡала пассажир транспортында юл хаҡын үҙҡиммәтенә яҡынайтыу» кәрәклеге килеп тыуҙы, тип хәбәр итте дәүләт ташыусыһы.

«Инфляция кимәлен иҫәпкә алып һәм Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына нигеҙләнеп, ҡала пассажир автотранспортында пассажирҙарға һәм бер урын багаж йөрөтөүгә тариф ҡулаҡса һәм банк картаһы буйынса 25 һум була», — тип хәбәр иттеләр «Башавтотранс»тан.
«Алға» картаһы буйынса юл хаҡы бөтә муниципалитеттар өсөн үҙгәрешһеҙ ҡала. Шулай итеп, Өфөгә үҙгәрештәр ҡағылмай. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта ҡулаҡса һәм банк картаһы буйынса юл йөрөү биш һумға ҡиммәтләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1413473-bashavtotrans-podnimet-stoimost-proezda-vo-nekotorykh-gorodakh-i-rayonakh-respubliki/
Фото: m.123ru.net
Читайте нас: