-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 11:50

1 мартта Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә стоматология кабинеттары эшләй башларға тейеш

Радий Хәбиров «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә үҙенең ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттарын асыу буйынса йөкләмәһен тиҙләтергә ҡушты.

Радий Хәбиров «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә үҙенең ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттарын асыу буйынса йөкләмәһен тиҙләтергә ҡушты. Бөгөн 61 объекттан 13 стоматология кабинеты ғына уҡыусыларҙы ҡабул итә башланы. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, тағы 15 кабинеттың махсус лицензияһы бар, һигеҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡарала.
«Ошо мәктәптәрҙә теш табибы кабинеттары асыу өсөн һеҙгә 1 мартҡа тиклем ваҡыт бирәм», — тине республика етәксеһе.
«Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү эше Башҡортостан башлығы тәҡдим иткән «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә башланды. Ошо проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булдырыла. Уҡыусылар һаны аҙыраҡ булған мәктәптәр теш табибына поликлиникаға бара.
http://www.bashinform.ru/news/1413809-vse-stomatkabinety-v-shkolakh-bashkirii-dolzhny-zarabotat-1-marta/
Фото: Башинформ
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары