Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 11:25

Белорет районы хакимиәте башлығы эштән китте

Кисә Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов үҙ вәкәләттәрен һалды. Ул был вазифала ун йыл эшләне.

Кисә Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов үҙ вәкәләттәрен һалды. Ул был вазифала ун йыл эшләне.
Урынына хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты вәкәләтен һалған Андрей Иванюта тәғәйенләнде.
-Белорет районында планлы ротация бара тип һанайым, уның шарттарын үткән йылғы Мөрәрәжәғәтнамәлә ңк ук республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләгәйне. Муниципалитет башлығы вазифаларын ике сроктан артыҡ үтәү сикләнә. Владислав Мироновтың потенциалы яңы эш урынында кәрәк булыр, тип өмөтләнәм. Район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Иванюта район үҫешенә яңы импульс бирер һәм башланған үҙгәртеп ҡороуҙарҙы дауам итерлегенә ышанабыҙ. Яңы етәксенең идара итеү тәжрибәһе байтаҡ. Белорет районынан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булараҡ, әлеге биләмә мәсьәләләрен тәрән белә һәм уларҙы хәл итә алыр, тип өмөтләнәм, – тип белдерҙе "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров
Читайте нас: