Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 12:15

Рәсәй студент отрядтары көнө билдәләнә

Республикала уҡыу йорттарының 8 штабы һәм 9 йүнәлештә эшләгән отряды бар.

Республикала уҡыу йорттарының 8 штабы һәм 9 йүнәлештә эшләгән отряды бар.
Быйыл Советтар Союзында булған төҙөлөш отрядтарына 61 йыл тула. Ә хәҙерге Рәсәй студенттары отрядтарына 2004 йылда нигеҙ һалына. Башҡортостанда төбәк бүлексәһе 2015 йылдан эшләп килә.
Февралдә студент отрядтары көнөнә арналған төрлө сара үтә.
15 февраль “Динамо” һырғалағында күмәкләп тимераяҡта йөрөү планлаштырылған, башлана 16.00 сәғәттә.
17 февраль республиканың юғары уҡыу йорттарында – БДУ, БДАУ, БДПУ, ӨДАУ һәм Башҡорт кооператив институтында студенттар һәм боецтар өсөн осрашыуҙар, вакансиялар йәрминкәһе, “түңәрәк өҫтәл”дәр, уйындар, викториналар ойоштороласаҡ.
19 февраль “Торатау” Конгресс-холында төп сара уҙасаҡ.
Фото: berdmedia.ru
Читайте нас: