Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының начальник урынбаҫары Раян Шаһимѳхәмәтов район халҡын шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте.
Мѳрәжәғәттәр, нигеҙҙә, ауыл хужалығы, ҡортсолоҡ, берәҙәк эттәр мәсьәләләренә ҡайтып ҡалды.
Үткән йылдың иң киҫкен проблемаларының береһе - ағыулы химикаттар арҡаһында бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы, шәхсән үҙенең дә бындай аяныс хәлгә тарыуы тураһында бәйән иткән Александр Жигалов етәкселектән был осраҡты етди контролгә алыуҙарын һораны; Башҡортостанда ҡортсолоҡтоң үҫеше ѳсѳн ихлас борсолоуын белдерҙе.
Шәхси хужалыҡтарҙа күпләп мал аҫраған ауыл кешеләре лә үҙҙәрен маҙаһыҙлаған һорауҙар менән уртаҡлашты. Йылына ике тапҡыр уҙғарылған ветеринария процедураларының ябай пенсионер ѳсѳн үтә ҡиммәт булыуын, ауылдарҙы берәҙәк эттәр баҫып, уларҙың ваҡ малға, ҡош-ҡортҡа тейеүен әсенеп һѳйләне килеүселәр.
Ауыл ерендә генә түгел, ҡала урамдары буйлап иркен йѳрѳгән, хатта кешегә лә һѳжүм иткән эйәһеҙ эттәр проблемаһы шулай уҡ ҡала кешеләрен дә кѳйѳндѳрә икән. Ҡабул итеүҙә бәғзе бер “зоояҡлаусылар”ҙың бәйҙә тормаған эттәрҙе законлы рәүештә аулауға тѳрлѳсә аяҡ салыу мәсьәләһе лә ҡаралды.
Граждандарҙы йәнә районда ҡымыҙсылыҡтың һүлпән үҫеше, ҡымыҙҙы фальсификациялауға бәйле һорауҙар ҙа ҡыҙыҡһындырҙы.
Раян Баймѳхәмәт улы халыҡты уйға тарытҡан бер мәсьәләне лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы - һәр һорауға тулы, аныҡ яуаптар, тәҡдимдәр яңғыраны.