Быйыл Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Башҡортостандағы иң ҙур мәктәп төҙөлә башланы. 1650 уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағы яңы балалар баҡсаһы менән берҙәм белем биреү үҙәге була. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров подрядсыларҙың – СУ-10 фирмаһының иғтибарын төҙөлөш-монтаж эштәрен ваҡытында һәм сифталы башҡарыуға йүнәлтте.
Яңы мәктәпте төҙөү хаҡы – 1,082 миллиард һум. Аҡса тулыһынса республика ҡаҙнаһынан бүленде. Төҙөүселәр яңы мәктәпте 2021 йылдың 1 сентябренә файҙалныуға тапшырырға вәғәҙәләй.
http://www.bashinform.ru/news/1414202-1-sentyabrya-2021-goda-v-ufimskom-mikrorayone-inors-otkroetsya-samaya-bolshaya-shkola-v-bashkirii/
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары