Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2020, 11:00

Башҡортостанда балаларға снюс һатыуҙы тыйыу тураһында закон көсөнә инде

Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш көсөнә инде. Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләй.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, штраф суммаһы граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, юридик берәмектәргә – 150-200 мең һум. Ҡабаттан боҙған өсөн граждандарға – 4-5 мең, вазифалы кешеләргә – 40-50 мең, юридик берәмектәргә 200-250 мең һум штраф ҡаралған.
Шуны билдәләп үтәйек: тиҙҙән республиканың ошо ҡануниәттәге тәжрибәһен федераль кимәлдә лә ҡулланыуҙары мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Яндекс
#уралгәзите #детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: