Мәскәүһең элекке мэры Лужковтың Мәскәүҙе үҫтереүгә һәм Рәсәй дәүләтселеге ҡоролошона тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, Владимир Путин Юрий Лужков йәшәгән йортҡа мемориал таҡта ҡуйыу, уның исемен баш ҡаланың Мәскәү хөкүмәте идаралығы университетына биреү һәм Лужков тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн башҡа саралар ойоштороу кеүек мәсьәләләрҙе ҡарарҡа ҡушты.