Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 11:55

Көнкүреш ҡалдыҡтарын айырыу буйынса 14 комплекс эшләп килә

Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” йүнәлеше буйынса ҙур эштәр алып барыла. Әле район-ҡалаларҙа көнкүреш ҡалдыҡтарын айырыу буйынса 14 комплекс эшләп килә. Законһыҙ сүплектәрҙе юҡҡа сығарыу, ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 9 меңдән ашыу майҙансыҡ әҙерләү, тағы 10 полигон һәм сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы төҙөү һәм башҡа эштәр планлаштырыла.

Төбәктә законһыҙ сүп-сар өйөмдәренең дөйөм майҙаны – 2 301 гектар. Республиканың Экология министрлығынан әйтеүҙәренсә, 2019 йылда муниципалитеттар көсө менән 2 918 рөхсәтһеҙ сүплектең тик 414-е генә юҡ ителгән. Был йәһәттән Туймазы районы өлгө булып тора. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса район «Таҙа муниципалитет» номинацияһында еңеп сыҡты һәм Республика Башлығы грантына эйә булды.
Туймазы районы биләмәһендә меңдән ашыу евроконтейнер ҡуйылған. Улар урындағы хакимиәткә төбәк операторы тарафынан ҡуртымға бирелә. Көҙгә тиклем тағы ла өс ауыл биләмәһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса махсус майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк, ҡала янындағы шәхси секторҙы ла сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса контейнерҙар менән тәьмин итеү ҡаралған.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: slavgorod.bezformata.com
Читайте нас: