Ошо уңайҙан Владимир Путин Рәсәйҙең сана шыуыу спорты буйынса донъя чемпиондарын ҡотланы. “Ярыштар спортсыларҙың яҡшы әҙерлеген, оҫталығын күрһәтте. Һеҙ яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға, әйҙәүселәрегеҙгә һәм көйәрмәндәрегеҙгә онотолмаҫ ҡыуаныс һәм тантана минуттары бүләк иттегеҙ”, – тиелгән Кремль сайтындағы телеграммала.