Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров “чиновниктар туризмы” тураһында һүҙ ҡуҙғатып, буш дыуамалға эш сәфәрҙәре ҡылыуҙы туҡтатырға ҡушты. Әгәр кемдер ҡайҙалыр бара икән, тимәк, һѳҙѳмтәләр тураһында отчет булырға тейеш, тине ул.
- Ритуал юл йѳрѳүҙәр ҙә кәрәк түгел. Әгәр мин бѳтѳн саҡырылған ергә бара башлаһам, ул саҡта һеҙ мине бер нисә йыл күрмәйәсәкһегеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Тѳбәк башлығы түрәләрҙең бюджет аҡсаһына йѳрѳүен, бындай “туризм” артабан да дауам итһә, ул саҡта барлыҡ сәфәрҙәрҙең туҡтатылыуын һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды. Кемдең ҡайҙа йѳрѳүе тураһындағы мәғлүмәтте баҫтырһам, бер кемгә лә рәхәт булмаҫ, тине Радий Хәбиров.