Бѳйѳк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ҡаланың медицина колледжында үткән “Ҡар һындар” конкурсына, ниһайәт, йомғаҡ яһалды. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында немец илбаҫарҙарына ҡаршы ҡылынған башҡа һыймаҫлыҡ ҡаһарманлыҡты, тәүәккәллекте, совет халҡының еңелмәҫ рухын, ҡеүәтен данлаған ярыш ҡала тарихында тәүге тапҡыр ойошторолдо.
- Оборона-спорт эштәре айлығы мауыҡтырғыс сараларға ифрат бай булды. Шуларҙың береһе - “Ҡар һындар” конкурсы студенттар араһында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Дѳрѳҫѳн әйткәндә, башта был ниәттең уңышлы ғәмәлгә ашырына әллә ни ышанманыҡ та. Ләкин тәүге аҙнала уҡ колледж алдында барлыҡҡа килгән ҡар ѳйѳмдәре икеле уйҙарҙы шундуҡ таратты... - ти медицина колледжы методисы Мѳсфирә Кислинская.
Иҫ китмәле креатив идеялар, ижади мѳмкинлектәрҙе сағылдырған ҡарҙан әүәләнгән фигуралар, ысынлап та, хайран ҡалырлыҡ: дошманға ҡаршы яуға сапҡан ҡыйыу һыбайлы, танкист һындары, илбаҫарҙарҙы утҡа тотҡан легендар танкылар, караптар, Бѳйѳк Ватан һуғышы тураһындағы үлемһеҙ хәтерҙе символлаштырған Мәңгелек ут, һәйкәлдәр тотош бер мемориаль комплексты хәтерләтә.
- Белеүебеҙсә, яуҙар ҡоро ерҙә генә түгел, Ватаныбыҙҙың һыу киңлектәрендә лә әүҙем барған. Беҙҙең ҡар һын нацист туптары аҫтында үҙенә йѳкмәтелгән хәрби бурысты һуңғы сиккә тиклем теүәл үтәгән, бәреп тѳшѳрѳлгән карап мачтаһы ѳҫтѳнә әләм күтәргән “Томан” ҡарауыл карабын, уның ҡаһарманлығын кәүҙәләндерә. Ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын, һуғыш касафаттарын бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ... - ти 113-сѳ тѳркѳмдѳң I курс студенты Анастасия Быкова.
I-III курстар араһында барған ҡыҙыу ярыштың тѳп еңеүсеһе тип 391-се тѳркѳм студенты Рѳстәм Ғәлин билдәләнде. Ул әүәләгән һыбайлы яугир иң уңышлы эш тип табылды. 211-се тѳркѳм студенттарының танк йѳрѳтѳүсеһе, Мәңгелек уты - I, 291-се тѳркѳмдѳң танкы, 191-се тѳркѳмдѳң Мәңгелек уты, 214-се тѳркѳмдѳң Щ-307 “Треска” һыу аҫты кәмәһе - II, 391-се, 113-сѳ тѳркѳмдәрҙең ҡар һындары III урындарҙы яуланы. Ҡатнашыусылар шулай уҡ тѳрлѳ номинацияларҙа баһаланды.
Йәш быуында ватансылыҡ, илһѳйәрлек рухын тәрбиәләгән, тарихты ѳйрәнергә булышлыҡ иткән сара арҡылы егет-ҡыҙҙар үҙ халҡының ғәййәрлегенә, шанлылығына йәнә бер ҡат инанды.