Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 18:40

Бәхил бул, яҡташ...

Талантлы шағир, журналист, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдинов арабыҙҙан китте... Ҡараңғы гүрҙәрең - нурлы, йәнең йәннәттә булһын, шағир! Яҡындарының, ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Талантлы шағир, журналист, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдинов арабыҙҙан китте...
Ҡараңғы гүрҙәрең - нурлы, йәнең йәннәттә булһын, шағир! Яҡындарының, ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Шәрәфетдинов Дамир Молҡаман улы 1965 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ы Белорет районының Көмбә ауылында тыуған.
1982 йылда Инйәр урта мәктәбен тамамлай.1987 йыл — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Орёл өлкәһенә зоотехник итеп эшкә ебәрелә.1989 йылдан — журналистикала: Белорет районының «Урал» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, «Йәшлек», «Шоңҡар», «Аманат», «Тамаша», «Сельские узоры» республика баҫмаларында яуаплы секретарь, Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең шиғриәт секцияһы секретары вазифаларын башҡара; Башҡортостан радиоһының музыкаль тапшырыуҙар редакцияһының ижади советы ағзаһы була.
Ҡаҙаныштары:
Башҡорт яҙыусылары араһында беренселәрҙән булып «Стихи.ру» интернет-порталында үҙ битен булдыра, электрон шиғыр китабы сығара.Төрки телле шиғырҙарҙы рус теленә тәржемә итеү буйынса «Аҡ торна» халыҡ-ара конкурс лауреаты (2011)Күп һанлы республика баҫмаларының йыл лауреатыБашҡорт авторҙарының проза әҫәрҙәренең руссаға тәржемәләре төрлө Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеү яулай.
Китаптары:
«Икеләнеү». Шиғырҙар. — Өфө, «Китап», 1993.«Йөрәктәге ташыу-ҡайтыуҙар». Шиғырҙар. — Өфө, 2003.«Йәшел байлыҡ. Аяҡ аҫтындағы ризыҡ». — Өфө, «Китап», 2012.«Таулы төбәк — беҙҙең төйәк. Иҙел башы тураһында бәйән». — Өфө. 2013.«Көн башы һуҡмаҡтары. Тропинки рассвета». Башҡортса-русса. Повесть. — Өфө, «Инеш». 2015.«Төнгө усаҡ». Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө, «Китап», 2015.
Фото: bash.news
Читайте нас: