Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 12:55

Илһѳйәрлек рухын тәрбиәләп

Хәрби-патриотик тәрбиә айлығы сиктәрендә Боғанаҡ мәктәбендә “Дозор” запастағы хәрби разведчиктар” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән осрашыу үтте. Хәрби кейемдә, орден-миҙалдар тағып килгән ағайҙарын уҡыусылар бик йылы ҡабул итте.

Разведчиктар балаларға был хеҙмәттең асылын, бурыстарын, тѳрҙәрен аңлатты, Белорет районынан сыҡҡан разведка ветерандары тураһында һѳйләне. Ҡунаҡтарҙың маскировкаланыуҙың ҡышҡы һәм йәйге тѳрҙәрен, ҡорал макеттарын күрһәтеүе лә барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҡыусылар шулай уҡ слайдтар аша тѳрлѳ урындарҙа йәшеренгән разведчиктарҙы эҙләне, хәрби ѳлкәгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Иң әүҙемдәрҙе иһә ҡунаҡтар иҫтәлекле бүләктәр менән һѳйѳндѳрҙѳ.
Мыҡты кәүҙәле ағайҙар буласаҡ һалдаттарға спорт секцияларына йѳрѳүҙең, сәләмәт тормош алып барыуҙың, үҙеңде һәр йәһәттән камиллаштырыуҙың да мѳһимлеген аңлатты.
Дуҫтарса йылы мѳхиттә үткән дәрес ил һаҡсыларын данлаған рухлы йырҙар, матур бүләктәр һәм, әлбиттә, яҡшы кәйеф менән тамамланды.
Ғәсимә СѲЛӘЙМӘНОВА,
Боғанаҡ мәктәбе уҡытыусыһы
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: