Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 14:15

“Инвестиция сәғәте”ндә - курорт кластеры төҙөү проекты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Инвестиция комитетының “Инвестиция сәғәте” тәртибендәге сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Инвестиция комитетының “Инвестиция сәғәте” тәртибендәге сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Унда ҡатнашыусылар Белорет районында “Морат” курорт кластеры төҙөү проекты тураһында фекер алышты. Шулай уҡ “Башнефтегеофизика” акционерҙар йәмғиәтенең инвестиция башланғыстары ҡаралды.
“Садовое кольцо” компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы рәйесе Сергей Колунов әйтеүенсә, былтыр “Инвестиция сәғәте”ндә тәҡдим ителгән хеҙмәтте яңынан ҡарап сығып камиллаштырғандар. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматындағы проектты тормошҡа ашырыуға һалынасаҡ дөйөм инвестициялар күләме 7,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шуның 4,7 миллиардын төҙөлөшкә инвестор һаласаҡ, ә 1,8 миллиард һум республика бюджетынан бүленәсәк. 1,2 миллиард һум аҡсаны федераль үҙәк бирергә ниәтләй. Һөҙөмтәлә тау-саңғы трассалары артасаҡ, яңы туристик объекттар, яҡшы инфраструктура барлыҡҡа киләсәк.
"Беҙҙең бурыс - республика өсөн иҡтисади яҡтан әһәмиәтле социаль проектты тормошҡа ашырыу", - тине Сергей Колунов. Республика етәксеһе компанияның ниәттәрен хупланы һәм эш барышы тураһында даими фекер алышып торорға саҡырҙы. Радий Хәбировтың билдәләүенсә, Белорет районы өсөн был һуңғы йылдарҙағы иң ҙур проекттарҙың береһе буласаҡ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: