Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Суднолар ремонтлау-эшләү заводында булды. Төбәк етәксеһе республика өсөн уникаль булған предприятиеның етештереү ҡеүәтен ҡарап сыҡты һәм әлеге ваҡытта ремонтланған «Чайка» теплоходы бортына менде.
Радий Хәбиров судноны ремонтлауҙы тамамларға ҡушты. 1 майҙа карап йәйге навигацияны асырға, ә уның пассажирҙары йылға флоты ветерандары булырға тейеш.
«Команда йыйығыҙ, пассажирҙарҙы ташыу өсөн лицензия мәсьәләһен хәл итегеҙ, – тине республика башлығы. – Һеҙгә заказдар табырбыҙ. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ғаиләләре өсөн бер нисә йылға сәйәхәте ойошторорға уйлайбыҙ».
Йылғасылар һүҙҙәренсә, 150 пассажирға иҫәпләнгән «Чайка» 2020 йылғы навигацияның иң ҙур судноһы була. Әлегә теплоход Өфө агломерацияһы тирәләй йөрөһә, киләсәктә оҙайлыраҡ маршруттар асыу күҙаллана.
Радий Хәбиров яр инфраструктураһының торошо менән ҡыҙыҡһынды. Завод директоры Руслан Сәлихов һөйләүенсә, әлеге ваҡытта предприятие ҡатмарлы осор кисерә – заводҡа ингән барлыҡ компаниялар төркөмө тиерлек бөлгөнлөк стадияһында. Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән берлектә судно эшләүселәр ошо хәлдән сығыуҙы һәм йәйге навигацияны башлауҙы күҙ уңында тотҡан программа әҙерләгән.
Радий Хәбиров республика йылға флотын яҙмыш ҡарамағына ташламаясағын әйтте. Көн тәртибендә – «Башҡортостан» һәм «Мулланур Вахитов» теплоходтарын пароходсылыҡ милкенә ҡайтарыу. Предприятие хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан етәксеһе менән һөйләшеүҙә ошо мәсьәләне күтәрҙе.
«Йылға хужалығын һаҡ ҡына, ашыҡмайынса тергеҙербеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Иң мөһиме, беҙҙең флот тирәләй сәбәләнгән «ҡара көстәр»ҙе ҡыуҙыҡ. Енәйәт эштәре ҡуҙғатылды, бик күп тикшереү ғәмәлдәре көтөлә. Эшләрбеҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1416621-radiy-khabirov-vosstanavlivat-rechnoe-khozyaystvo-budem-shag-za-shagom/