Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 17:40

Владимир Путин Башҡортостандың Юғары судына судьялар тәғәйенләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин 20 февралдәге указы менән федераль судьялар тәғәйенләне. Был хаҡта Башҡортостандың Юғары суды сайтында хәбәр ителә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 20 февралдәге указы менән федераль судьялар тәғәйенләне. Был хаҡта Башҡортостандың Юғары суды сайтында хәбәр ителә.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Юғары суды судьялары вазифаларына Регина Әйүпова һәм Ингрида Индан тәғәйенләнде, Дәүләкән район суды судьяһы – Вадим Ғәлимйәнов, Өфө ҡалаһының Калинин районы суды судьяһы – Азамат Мөхәмәтйәнов, Өфөнөң Совет районы суды судьяһы – Сослан Исҡужин.
Бынан тыш, Владимир Путин 2020 йылдың 20 февралендәге «Федераль судтарҙың судьяларын тәғәйенләү тураһында» 141-се Указға ҡул ҡуйҙы, шуның нигеҙендә Азалия Шакирйәнованы Өфөнөң Совет районы судьяһы итеп тәғәйенләне.
Сығанаҡ: Башинформ. Фото:bashcomm.ru
Читайте нас: