Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Февраль 2020, 20:45

"Иван Грен" ҙур десантлы карабы шефлыҡҡа алынды

Бынан һуң Төньяҡ флоттың 11711 проектлы ҙур десант карабы - "Иван Грен"ға шефлыҡ итәсәкбеҙ.

Бынан һуң Төньяҡ флоттың 11711 проектлы ҙур десант карабы - "Иван Грен"ға шефлыҡ итәсәкбеҙ.
23 февралдә Республика Йортонда БР Хөкүмәте һәм карап экипажы араһында шефлыҡ бәйләнеше тураһында килешеү төҙөлдө. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм карап командиры, икенсе ранг капитаны Андрей Жарков документҡа ҡултамғаларын ҡуйҙы. Килешеү буйынса республика карапта контракт буйынса хеҙмәт итергә иң лайыҡлы егеттәрҙе ебәрәсәк, төрлө көнкүреш һорауҙарын хәл итеүҙә ярҙам итәсәк. Бер юлы беҙҙең ижади коллективтар ҙа барып сығыш яһаясаҡ. – Бөгөн илебеҙ тарихында билдәле дата. Армия һәм Хәрби-диңгеҙ флоты көнө, – тине Радий Хәбиров. – "Иван Грен" десант карабы менән килешеү төҙөлгән көн дә иҫтә ҡаласаҡ. Был беҙҙең өсөн ҙур ихтирам. Республикабыҙҙың әҙерлекле егеттәре хеҙмәт үтергә һеҙгә килеренә ышанабыҙ. Хәрби карап өҫтөндә Башҡортостан флагының да тороуы өсөн бик шатбыҙ. Церемониянан һуң БР Башлығы карап командирҙарының ғаилә ағзалары менән аралашты.
Читайте нас: