Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм интернационалсы яугирҙәргә бағышланған парадты ҡабул итте. Был көндө Мөҡсинов урамында тантаналы маршта 200-ләп йәш армиясы, курсант һәм кадет үтте.
Хәрби ритуал легендар 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ленин, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, Александр Невский ордены кавалеры Мөғин Нагаев йорто янында үтте. Бынан тыш, яугиргә тағы ла бер награда - Шайморатов генерал ордены тапшырылды. Легендар генерал Шайморатов ордены менән йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткәндәр бүләкләнә. Юғары награда бөгөн беренсегә тапшырылды.