Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Февраль 2020, 19:25

Республика Башлығы Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
Радий Фәрит улы республиканың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Сарала ҡатнашыусылар илебеҙ азатлығы өсөн яуҙа һәләк булған батырҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: