Межгорьенан ҡыйыу йөрәкле почтальон Эльвира Шәйәхмәтова ла республикала тәүгеләрҙән булып генерал Шайморатов орденын алыусылар араһында булды.
Эльвира Шәйәхмәтова ваҡытында фажиғә урынында булмаһа, кәмендә егерме кешенең һәләк булыуы йәки һаулығына етди зыян килеүе ихтимал ине. Эльвира Ишмөхәмәт ҡыҙы 6 ғинуарҙа ғәҙәти эшен башҡарырға тип ҡала урамдарына сыға. Ҡаланың Дудоров урамындағы күп фатирлы йорттарҙың береһенә килеп еткәс, йортта янғын сыҡҡанын һиҙеп ҡала. Йорттоң беренсе ҡатында төтөн күренә, янғындың икенсе ҡатҡа менеп барғанын да тиҙ генә аңғара ул. Эльвира Шәйәхмәтова йортто ҡуйы төтөн ялмап алһа ла, йүгереп эскә инеп китә. Янғын һүндереү хеҙмәте килгәнсе, ҡыйыу ханым кешеләрҙе хәүефле урындан эвакуациялауға өлгәшә. Йүгереп йөрөп һәр фатирҙың ишеген ҡаҡҡан һәм янғын башланыуын хәбәр итеп, тиҙ арала тышҡа сығырға ҡушҡан. Был йортта ятып сирләгән оло йәштәге апайҙың дә йәшәгәнен белгән ул. Уға шылтыратып йыйынырға ҡушҡан. Йортта йәшәгәндәр менән бергәләп электр утын һүндергәндән һуң был апайға ла тышҡа сығырға ярҙам иткән.
Эльвира Шәйәхмәтованың ҡыйыу һәм ышаныслы аҙымдары арҡаһында янған йорттан ваҡытында егерме кеше сығарылған. Әйткәндәй, уларҙың араһында ете бала һәм бер ауыр сирләп ятҡан пенсионер ҙа булған.
Шуға ла ҡыйыу йөрәкле Эльвира Шәйәхмәтованы тап Ватанды һаҡлаусылар көнөндә ҡотлап, мәртәбәле орден тапшырыу һис тә ғәжәпләндермәй. Бөгөнгө тантаналы йыйылышта ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан лайыҡлы наградаһын алып ҡыуанды. Афарин, яҡташыбыҙ!