Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 12:15

Белоретҡа күсмә теш дауалау модуле биреләсәк

Быйыл Башҡортостан муниципалитеттарға дүрт күсмә стоматология модуле һатып алырға ниәтләй. Улар - Белорет, Дыуан, Күмертау һәм Сибай медицина округы, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Быйыл Башҡортостан муниципалитеттарға дүрт күсмә стоматология модуле һатып алырға ниәтләй. Улар - Белорет, Дыуан, Күмертау һәм Сибай медицина округы, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Ведомствоның штаттан тыш баш стоматологы Руслан Дюмеев әйтеүенсә, ҡайһы бер медицина ойошмалары һанлы ортопантомографтар һәм аутофлуоресцент стоматоскопия үткәреү аппараттары менән йыһазландырыласаҡ. Әлеге ваҡытта республикала 1383 табип-стоматолог һәм 344 теш табибы эшләй. Былтыр был иҫәпкә тағы 23 белгес өҫтәлгән.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Фото: svobodnydent.ru
Читайте нас: