Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 12:50

Рәсәй Президенты Сочиҙа булды

Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Сочиҙа булды. Владимир Путин "Ледяной куб" спорт комплексын да ҡарап сыҡты.

Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Сочиҙа булды. Владимир Путин "Ледяной куб" спорт комплексын да ҡарап сыҡты.
Спорт комплексында тәүге тапҡыр хәрби самбо лигаһы чемпионаты үтте. Йәш спортсылар ҙа ил башлығы алдында һынатманы.
Владимир Путин, үҙе лә спорт яратыусы кеше булараҡ, күп сараларҙа шәхсән үҙе ҡатнаша, хоккейҙа уйнағанын, голдар индергәнен үҙебеҙ күргәнебеҙ бар.
Эйе, бөгөн егеттәр, ҡыҙҙар спорт төрҙәренең һәр ҡайһыһына ҡыҙыҡһыныу белдереп ҡарай. Күнекмәләрҙең түләүле булыуы ла йәштәрҙе туҡтатмай шикелле. Әлеге хәрби самбо ла күләмле спорт төрөнә әйләнә бара. Йәғни спорттың күп кеше шөғөлләнгән төрөнә әйләнә. Иң мөһиме, хәрәкәттә - бәрәкәт.
#ВладимирПутин
Фото: kremlin.ru
Читайте нас: