Башҡортостанда 18 июлдән 1 августҡа тиклем Бөтә донья фольклориадаһы үтәсәк.
Бөтә донья фольклориадаһын Рәсәй ҡабул итә, ә уны үткәреү урыны тип Башҡортостан осраҡлы һайланмаған. Республиканың инфраструктураһы, мәҙәни потенциалы, уңайлы транспорт үҙәге булыуы ошондай кимәлдәге сараларҙы үткәрергә мөмкинлек бирә. Фольклориада байрамында мәҙәниәтебеҙҙе, халыҡ ижадын донья кимәлендә танытыу мөмкинлеге лә бар.
Был сараны ойоштороу өсөн республика шартлы рәүештә туғыҙ округҡа бүленгән. Байрамдар 70 майҙанда - һәр район үҙәгендә һәм ҡала округында барасаҡ. Байрамда концерт сығыштарынан тыш, күргәҙмә–йәрминкәләр, традицион уйындар, парадтар була. Фольклориада ҡатнашасаҡ илдәр үҙҙәренең сәнғәте, милли костюмдары һәм музыка ҡоралдары менән таныштырасаҡ.
Фестивалдең төп шарты буйынса барлыҡ майҙансыҡтар ҙа асыҡ һауала ойошторола. Был иһә байрам сараларында күберәк кешене ҡатнаштырыу һәм ҡарау мөмкинлеге бирә.
Республиканың халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткәреү тәжрибәһе бар. “Берҙәмлек” милли мәҙәниәте фестивале быға асыҡ миҫал.
Фольклориадала ирекмән булып ҡатнашырға теләүселәр өсөн дә шәп яңылыҡ бар.27 февралдә сәғәт 4-тә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның тамаша залында (Октябрь революцияһы урамы, 3а) Бөтә донъя фольклориадаһы ойоштороусылары беренсе тапҡыр ирекмәндәр менән осрашасаҡ. Сараға теләгән һәр кемдең килеп, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеге бар.
Бөтә донъя фольклориадаһына ирекмән рәүешендә ҡушылырға теләгәндәр ошо һылтанма аша теркәлеү үтергә тейештәр: https://forms.gle/vMqPxPGqA7yzPbAcA