2020 йылда Башҡортостанда балалар баҡсалары төҙөү өсөн өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Был маҡсат “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Мәғәриф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге сумманың 1,4 миллиард һумы федераль ҡаҙнанан алынасаҡ.