Волга буйы федераль округының Ҡазан ҡалаһында үткән панкратион буйынса чемпионаты һәм беренселеге “Яугир” спорт үҙәге тәрбиәләнеүселәре ѳсѳн ифрат һѳҙѳмтәле булды. Ѳмѳтлѳ спортсылар - Эвелина Хаджиева, Мѳдәсир Шәрипов - алтын, Мѳхәмәтсәит Шәрипов бронза миҙалдар яулап, Башҡортостандың йәштәр йыйылма командаһын I урынға сығарыуға булышлыҡ итте.
- Шѳкѳр, ҡыҙ-егеттәребеҙгә Рәсәй чемпионатына һәм беренселегенә юл асыҡ! - ти “Яугир” спорт үҙәге етәксеһе Абдулҡадир Нурғәлин шатлыҡлы яңылығы менән бүлешеп.
Афарин, “яугир”ҙар! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары