Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль 2020, 17:05

Бала табыу электрон сертификаты булдырыласаҡ

РФ Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығы, Рәсәй Хеҙмәт министрлығы һәм Социаль страховкалау фонды тарафынан бала табыу электрон сертификаты тигән яңы проектҡа нигеҙ һалынасаҡ - ул ҡатын-ҡыҙ тормошон күпкә еңеләйтәсәк. Был яңылыҡ “Демография” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Мәғлүмәт менән алмашыу барышында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы буласаҡ әсәнең иҫәпкә баҫыуы һәм күҙәтеү аҫтында булыуы тураһындағы бөтә мәғлүмәтте Социаль страховкалау фондына хәбәр итәсәк. Үҙ сиратында, бала табыу йорто Социаль страховкалау фондына сабый тыуыу тураһында мәғлүмәт бирә, ә балалар поликлиникаһы баланың өс айғаса иҫәпкә ҡуйылыуын белдерә. Һөҙөмтәлә фонд медицина ойошмаларына күрһәткән хеҙмәттәре өсөн түләй.
РФ Хеҙмәт министрлығы башлығы Антон Котяков проект 2020 йылда Астрахань, Белгород, Калининград, Липецк, Тамбов, Ульяновск өлкәләрендә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында һәм Ямал-Ненец автономиялы округында бойомға ашырыласағын әйтте.
фото: shakhovskoy.ru
#уралгәзите #детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: