Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль 2020, 17:30

Башҡортостандың ишле ғаиләләре ер участкаһы урынына 250 мең һум аҡса алырға мөмкин

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 27 февралдә аҙаҡҡы уҡыуҙа бер тауыштан «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы закон проектын ҡабул итте.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 27 февралдә аҙаҡҡы уҡыуҙа бер тауыштан «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы закон проектын ҡабул итте.
Ошо закон проектына ярашлы, бушлай ер участкаһы алыу өсөн сиратта торған өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләрҙең, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән граждандарҙың һайлау хоҡуғы бар. Йәғни уларҙың ризалығы менән ер участкаһын 250 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә алмаштырырға мөмкин.
Билдәләнеүенсә, бындай сара айырыуса ҡалала йәшәүселәр өсөн көнүҙәк. Ҡала янында, ҡағиҙә булараҡ, буш ерҙәр юҡ. Закон проекты ошо мәсьәләлә көсөргәнешлекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Кем теләй, ер участкаһын, кем теләй, компенсацияны һайлай.
Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Дмитрий Суслин Өфөлә алты меңдән ашыу кешенең ер участкаларына сиратта тороуын әйтте.
«Хәл ҡала биләмәһенең бер нисек тә артмауы менән ҡатмарлаша. Хәҙер бының өсөн яңы биләмәләр юҡ. Башҡа райондар һәм ҡалалар менән һөйләшеп килешергә тура килә. Улар – Ҡырмыҫҡалы районы, Благовещен. Әлеге сиратҡа ер участкалары бүлеү өсөн хәҙерге ваҡытта Өфө биләмәһендә ресурстар юҡ», — тип белдерҙе ул.
http://www.bashinform.ru/news/1418916-mnogodetnye-semi-bashkirii-smogut-vmesto-zemelnogo-uchastka-poluchit-250-tysyach-rubley/
Фото: khabarovsk.sm-news.ru
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: