Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 11:30

16 йәшлек Өфө ҡыҙы Арина Камалетдинова фехтование буйынса Европа беренселегендә алтын миҙал яуланы

Өфөнөң фехтование буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе 16 йәшлек Арина Камалетдинова фехтование буйынса Европа беренселегенән алтын миҙал менән ҡайтты. Был хаҡта Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Рәсәй йыйылмаһы составында Арина Хорватияла фехтование буйынса Европа беренселегенең команда ярыштарында ҡатнашты», — тип белдерҙе ведомство етәксеһе.
Рәсәйҙәр беренселек финалында итальян ҡыҙҙарын 45:35 иҫәбе менән еңде.
http://www.bashinform.ru/news/1419028-16-letnyaya-ufimka-arina-kamaldinova-vyigrala-zoloto-pervenstva-evropy-po-fekhtovaniyu/
Фото: Башинформ.
#уралгәзите #детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: