Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 11:15

22 апрель - ял көнө

27 февралдә Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты тарафынан индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, быйылғы йылдың 22 апреле ял көнө тип иғлан ителәсәк.

27 февралдә Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты тарафынан индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, быйылғы йылдың 22 апреле ял көнө тип иғлан ителәсәк.
Был Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреү менән бәйле. Тауыш биреү 22 апрелдә иртәнге 8.00 сәғәттә башланып, киске 20.00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Тәүҙә әлеге ваҡиға өсөн ике дата – 22 һәм 29 апрель ҡарала ине. Билдәле булыуынса, 19 апрелдә православие динен тотоусыларҙың Бөйөк посы тамамлана, ә 24 апрелдә мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы башлана. Шуға күрә ошо ике ваҡиғаның уртаһына килгән дата һайланды, тип аңлата власть органдары.
10 мартта Дәүләт Думаһы Конституцияға үҙгәрештәр тураһында закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡараясаҡ. Икенсе көнөнә өсөнсө уҡыу булыр, тип күҙаллана. Артабан ул Федерация Советы ҡарамағына тапшырыла һәм граждандарға индереләсәк үҙгәрештәр менән танышу өсөн “мәғлүмәт осоро” ойошторола.
Белеүебеҙсә, Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен ил Президенты 15 ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә күтәреп сыҡҡайны.
Фото: news.yandex.ru
Читайте нас: