Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 14:15

Башҡорт дәүләт педагогия университеты ирекмәндәрҙе йыйҙы

Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сараны ойоштороусылар ирекмәндәр менән осрашты.

Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сараны ойоштороусылар ирекмәндәр менән осрашты.
Унда юғары уҡыу йортоноң тәрбиә эше департаменты директоры Михаил Курунов сығыш яһап, ирекмәндең төп эше тыуған яғын яратыуҙан башланыуын, республикаһының, Рәсәйҙең патриоты булып ҡына, был эшкә тотоноу мөмкинлеген әйтте. Фольклориаданы әҙерләү һәм үткәреү буйынса дирекцияның баш белгесе Лена Баҡыева сығышында ике аҙна дауамында республикала барасаҡ сара, ысын мәғәнәһендә, мәҙәни олимпиада булыуын һәм ул ваҡыт арауығында ирекмәндәр кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителәсәген әйтте. Ирекмәндәр уҡытыу ҙа үтәсәк, дәрестәрҙә ҡатнашыу мотлаҡ. Һәр ирекмән 35 кеше менән эшләйәсәк. Сараға Надежда Бабкина кеүек сәхнә йондоҙҙары килеүе лә көтөлә.
"Беләһегеҙме, беҙгә күпме ҡунаҡ киләсәк? Һәр береһе илебеҙ тураһында яҡшы фекерҙә ҡайтырға тейеш. Тағы ла и рекмәндәр телдәрҙе яҡшы белеүен ғәмәли яҡтан йәнә бер тапҡыр һынап ҡараясаҡ", - тине "Мәҙәниәт ирекмәндәре" йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәр ассоциацияһы үҙәгенең төбәк координаторы Лира Волкова.
Ирекмәндәр хәрәкәтенең бүлек мөдире Тимур Ғәҙелшин үҙ сығышында күптәрҙе таныуын белдерҙе, бергә берҙәм эшләргә саҡырҙы. Артабан ойоштороусылар һорауҙарға яуап бирҙе.
Лариса Абдуллина фотоһы.
Читайте нас: