Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Февраль 2020, 20:30

Башҡортостандың 15 ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсының финалына сыҡты

Республиканың 15 тораҡ пункты «Айыҡ ауыл» конкурсының финалына сыҡты.

Республиканың 15 тораҡ пункты «Айыҡ ауыл» конкурсының финалына сыҡты.
Баһалама комиссия ағзалары өс көн дауамында 47 ауылдың презентацияһы менән танышты һәм уның һөҙөмтәһе буйынса 15 ауылды һайлап алды. Улар араһында - Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы; - Баймаҡ районы Йылым ауылы; Баҡалы районы Ҡамай ауылы; Бәләбәй районы Знаменка ауылы; Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылы; Белорет районы Ботай ауылы; Бөрйән районы Тимер ауылы; Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылы; Дыуан районы Һикәяҙ ауылы; Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул ауылы; Йәрмәкәй районы Пионерский ауылы; Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылы; Ҡыйғы районы Мәсәк ауылы; Күгәрсен районы Үрге Мөрсәләй ауылы; Учалы районы Ҡобағош ауылы. Ултырышта башҡа һорауҙар ҙа ҡаралды. Ленара Иванова яуаплы һәр министрлыҡ һәм ведомствоның докладын тыңланы. Шулай Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре белдереүенсә, улар бәйгелә ҡатнашҡан ауылдар халҡының һаулығын тикшергән, төрлө анализдар үткәргән, урынға табиптар һәм наркологтар сыҡҡан. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йәштәр араһында айыҡлыҡты һәм сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса саралар, флеш-мобтар, күп һанлы спорт ярыштары ойошторған. Мәҙәниәт министрлығын ла шулай уҡ төрлө саралар һәм концерттар аша айыҡлыҡты пропагандалаған. Гәзит-журналдар, телевидение, радио һәм интернет был сараларҙы төрлө яҡлап яҡтыртып барҙы.
Ә 1 мартта бәйгенең финалына сыҡҡан ауылдар өсөн тауыш биреү башлана. Тауыш биреү 10 мартҡа тиклем дауам итәсәк һәм уның һөҙөмтәләренә таянып, ойоштороу комитеты еңеүсене билдәләйәсәк. Иң-иңдәрҙе тәбрикләү тантанаһы 19 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. Ҙур сарала һәр ауыл күргәҙмә ойошторасаҡ, аҙаҡ республика артистары һәм бәйге финалсылары ҡатнашлығында ҙур концерт буласаҡ.
Бәйгенең еңеүсеһе – 500 мең һум, икенсе урындағы – 250 мең һум, өсөнсө урын яулаған ауыл 150 мең һум аҡса һәм Хөкүмәт грамоталарын аласаҡ. Башҡа ҡатнашыусыларға 25-әр мең һум дәртләндереү бүләге һәм рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ. Иң әүҙем ҡатнашыусылар, ойоштороусылар ҙа төрлө бүләктәр менән билдәләнәсәк.
Иң айыҡ ауылды һайлап алыу өсөн тауыш биреү 1 мартта Голос РБ сайтында https://golos.openrepublic.ru/ асыласаҡ. Һәр ауылға уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: