Ошо көндәрҙә «Торатау» конгерсс-холында «Үргә ос!» икенсе мәғариф форумы уҙҙы.
Сарала республиканың ҡала һәм ауыл мәктәптәренән 800-гә яҡын делегат - район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары, мәғариф бүлеге начальниктары, мәғариф ойошмалары директорҙары, ҡаланан ситтә урынлашҡан ял лагерҙары директорҙары, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Шул иғтибарға лайыҡ, “Үргә ос!” мәктәп белем биреүенең II форумы “Мәғариф” федераль милли проектына ярашлы уҙғарыла.
Мәктәптә балаларға белем һәм тәрбиә биреү системаһы бөгөн үҙгәрештәр һәм заман талаптарына ярашлы камиллашыуҙы талап итә. Был бурыты ниндәй юҫыҡта атҡарып сығырға мөмкин? Форумдағы берҙәм дәүләт формаһы, мәктәп медицинаһы, уҡыусыларҙың ялы, хәүефһеҙ интернет, мәктәптә туҡланыу, физик культураны үҫтереү темаларына арналған майҙансыҡтарҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәре, власть даирәләре менән берлектә ата- әсәләр ҙә фекер алышты.
Мәртәбәле сараның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул үҙенең сығышында мәктәптә балаларҙы сифатлы итеп туҡландырыуҙа контролде көсәйтеү, мәктәп уҡыусыларын шахмат уйнарға, йөҙөргә өйрәтеү, һәр мәктәптә стоматология кабинеттарын булдырыу, физкультура уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү, мәктәптә кеҫә телефондарын ҡулланмау кеүек һорауҙарын күтәрҙе һәм республикала бәлиғ булмаған балалар араһында енәйәттәрҙең артыуына борсолоу белдереп, был йәһәттән БР Мәғариф министрлығына был хәлде иғтибарға алырға ҡушты.