Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2020, 15:00

"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" конкурсы тамам

Яҙ байрамы алдынан “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Яҙ байрамы алдынан “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән республика конкурсына йомғаҡ яһалды.
Баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында үткәрелгән сара республика төбәктәренән иң-иңдәрҙе йыйҙы. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарҙы республика башлығының тормош иптәше Каринэ Хабирова сәләмләне.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының гүзәлдәре быйыл ун номинацияға дәғүә итте. Улар ҡатын-ҡыҙ – күп балалы әсә, лидер, оҫтабикә, йәш һәләт, өлкән быуын йәмәғәт эшмәкәре, педагог, мәҙәниәт белгесе тигән исемдәр өсөн ярышты.
Бүләкләнеүселәр араһында 11 бала табып үҫтергән әсәләр ҙә, үҙ эшен асҡан ханымдар ҙа, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан йәштәр ҙә, йөҙйәшәр инәйҙәр ҙә бар ине. Улар республикабыҙҙың Саҡмағош, Миәкә, Бөрйән, Иглин, Баймаҡ, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы райондары һәм Силәбе өлкәһе вәкилдәре.
Быйыл республикала ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәте хәрәкәтенә 100 йыл тулғанда Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға – ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова, йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Гүзәл Ситдиҡова, “Йөрәк һүҙе” проектының авторы Наилә Сәфәрғолова булһа, Иглиндән 100 йәшлек Саимә Тикеева, Баймаҡтан ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте активисы Әнүзә Мәжитова, Әбйәлилдән Әҡлимә Хызырова, Федоровканан Хәлисә Багаева һәм башҡалар лайыҡ булды. Был награданы проектты ойоштороусы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы.
Шулай уҡ, Үткәл мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фатима Әйүп ҡыҙы Хәлилова ла "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" республика конкурсында ҡатнашып финалға сыҡты һәм тантаналы сарала ҡатнашты. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: