Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2020, 11:50

Рәсәйҙә 8 март уңайынан «Бала табырға ваҡыт» акцияһы башланды

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм «Әсәләр советы» «Бала табырға ваҡыт» акцияһын башлап ебәрҙе. Иң әүҙемдәргә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар йә иһә яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләктәр тапшырыла.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм «Әсәләр советы» «Бала табырға ваҡыт» акцияһын башлап ебәрҙе. Иң әүҙемдәргә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар йәиһә яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләктәр тапшырыла.
Социаль селтәрҙә «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты. Башҡортостан Республикаһы» төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, акция йөклө йәки бала табырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бер-береһенә йыл башынан балалы ғаиләләр өсөн дәүләт яғынан тормошҡа ашырылған ярҙам саралары хаҡында һөйләргә мөмкинлек бирә.
«Бала табырға ваҡыт» акцияһында ҡатнашыу өсөн Instagram селтәрендә #балатабырғаваҡыт билдәһе менән фото һалырға һәм йөклөлөктө планлаштырыу тарихы тураһында яҙырға кәрәк. Бала табыу хаҡында уйлаған гүзәл заттарға ошо социаль селтәрҙә фанбитлектәр һәм фильтрҙар булдырыла.
Бала көткән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең фотоһын [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Акцияла ҡатнашыу ҡағиҙәләре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – социаль селтәрҙә йәки ойошманың рәсми порталында.
http://www.bashinform.ru/news/1420334-v-rossii-k-8-marta-zapustili-aktsiyu-vremya-rozhat/
Фото: поисков.рф
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: